6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2016 йыл, 15:00

Баш ҡалала тәүге тапҡыр Рөстәм Шәрипов иҫтәлегенә республика ҡурайсылар конкурсы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 мартта Өфөлә тәүге тапҡыр Рөстәм Шәрипов иҫтәлегенә республика ҡурайсылар конкурсы уҙғарыла. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа 80-дән ашыу ғариза килгән. Инвалидтар ижады йортонда профессиональ һәм үҙешмәкәр музыканттар сығыш яһай. Улар ике йәш категорияһында (16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкән) ярыша. Ҡатнашыусыларҙы танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов етәкселегендәге жюри баһалай. Жюри составында музыка донъяһының абруйлы вәкилдәре Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, Венер Йылҡыбаев бар.

Конкурстың маҡсаты — 2013 йылда 36 йәшендә ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән ҡурайсы, «Далан» төркөмө солисы Рөстәм Шәриповтың иҫтәлеген мәңгеләштереү, ҡурайҙа уйнауҙы пропагандалау, яңы исемдәр асыу. Сараны өс-биш йылға бер тапҡыр ойоштороу күҙаллана.

Бәйге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рөстәм Шәриповтың «Ҡурай моңо — йәшәү йәме» тип аталған хәтер кисәһе менән тамамлана. Программала Азат Айытҡолов, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Арғымаҡ» этно-төркөмө, Марсель Сәйетов, Юнир Һағынбаев, Сәйет Билалов һәм башҡа артистарҙың сығышы ҡаралған.

Ойоштороусылар — Йылайыр районы йәштәре союзы, республиканың Ҡурайсылар союзы, Йылайыр районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.