6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2016 йыл, 14:25

Өфөлә Башҡорт балы йорто асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Аҡбуҙат» ипподромында асылған Башҡорт балы йортонда булды. Бында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, шулай уҡ республиканың фермер хужалыҡтарында етештерелгән балдың 500-гә яҡын төрө һәм умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим ителгән.

Сауҙа-күргәҙмә залын биҙәгәндә Башҡортостандың Төньяҡ урман-дала, Төньяҡ-көнсығыш урман-дала, Көньяҡ урман-дала, Урал алды дала, Урал аръяғы дала һәм тау-урманлы ауыл хужалығы зоналарының карталары файҙаланылған, ошо урындарҙағы бал өлгөләре ҡуйылған. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов хәбәр итеүенсә, бында республиканың 54 районынан бал һатыу ойоштороласаҡ.

Республика Башлығы «Башҡорт балы» брендын ялғандан һаҡлау, умартасылыҡ продукцияһын һатыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһынды.

Әмир Ишемғолов төбәк етәксеһен 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресын уҙғарған ваҡытта саралар программаһына индереү ҡаралған объекттар менән таныштырҙы. Улар иҫәбенә Башҡорт балы йорто, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге инә. 2017 йылда «Аҡбуҙат» ипподромында Республика умартасылыҡ, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү музейын ойоштороу планлаштырыла. 2018 йылда Ботаника баҡсаһының урман зонаһында асыҡ һауала умарталыҡ музейы асыласаҡ. 2021 йылда иһә умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса республика комбинатын һәм башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ умарталығын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.