4 декабрь, Йәкшәмбе

16 март 2016 йыл, 13:22

Рөстәм Хәмитов «АгроКомплекс-2016» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе менән танышты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 мартта Өфөләге «ВДНХ-Экспо» майҙансығында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «АгроКомплекс-2016» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе менән танышты.

Тәүҙә республика Башлығы «ВДНХ-Экспо» алдындағы асыҡ майҙанда урынлашҡан машина эшләү комплексының яңы өлгөләрен ҡараны. 120-нән ашыу Рәсәй һәм сит ил компаниялары, шул иҫәптән республиканың ауыл хужалығы машиналарын эшләү предприятиелары яңы ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы төбәктең агросәнәғәт комплексында импортты алмаштырыу программаһының нисек ғәмәлгә ашырылыуы, аграрийҙарға ниндәй техника талап ителеүе һәм быйыл урып йыйыу кампанияһын уңышлы уҙғарыу өсөн ниндәй ҡорамалдар һатып алырға кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды.

Күргәҙмәлә тәүге тапҡыр шыйыҡ комплекслы минераль ашламалар тәҡдим ителде. Быйыл ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр уларҙы әүҙем ҡулланырға ниәтләй. Улар араһында «ФосАгро» компанияһы етештергән шыйыҡ фосфор бар. Әлеге ваҡытта республикала минераль ашламаларҙы һатыу буйынса логистик үҙәк һәм компаниялар асыу буйынса эштәр алып барыла, тип хәбәр итте предприятие вәкилдәре.

Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, затлы тиреле йәнлектәр, балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән хужалыҡтар малсылыҡ йүнәлешен тәҡдим итә. Мәҫәлән, Борай районының «Золотое руно» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — роман тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы. Өфө районының «ТДК» агрофирмаһы бүҙәнә һәм ҡырғауыл үрсетеүгә махсуслаша. Хужалыҡ вәкилдәре әйтеүенсә, бөгөн фермала ҡоштарҙың һаны 40 меңгә еткән. Агрофирма продукцияһына (йомортҡа, ҡош ите) ихтыяж арта һәм республика, федераль сауҙа селтәрҙәренә һатыуға сығарыла.

Башҡорт дәүләт университетының стендын ҡараған саҡта Рөстәм Хәмитов вузда итальян технологияһына нигеҙләнеп сыр етештереү буйынса уҡыу үҙәген асырға тәҡдим итте.

Бынан тыш, республика Башлығы 20-нән ашыу, шул иҫәптән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Рассвет» фермер хужалығы һәм башҡа предприятиеларҙың продукцияһы ҡуйылған туҡланыу продукттары экспозицияһы менән танышты. Айырым стенд республика ауыл хужалығы етештереүселәренең «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды аҫтында сығарылған продукцияһына арналған.