11 декабрь, Йәкшәмбе

16 март 2016 йыл, 12:00

Рөстәм Хәмитов республика Профсоюздар федерацияһының XXV конференцияһында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Профсоюздар федерацияһының XXV конференцияһында сығыш яһаны, унда һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды һәм алдағы биш йылға мөһим бурыстар билдәләнде. Конференцияла Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков ҡатнашты.

Республика Башлығы ғәҙел эш хаҡы түләү, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, квалификацияһын күтәреү, лайыҡлы һәм сифатлы тормош тәьмин итеү йәһәтенән хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә профсоюздар эшмәкәрлегенең мөһимлеген билдәләне.

– Республикала хеҙмәт баҙарындағы хәл ҡатмарлаша. Беҙ мәшғүллекте арттырыу буйынса саралар күрәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Уңышлы, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү программаһы буйынса эшләгән төбәктәр иҫәбенә инәбеҙ. Беҙ 218 миллион һум алдыҡ, республика бюджетынан 12 миллион һум самаһы аҡса бүленде. 4,5 мең кешегә алдан һөнәри белем бирелде, меңгә яҡынына ваҡытлыса эш урыны табылды. Был хеҙмәт баҙарындағы ҡатмарлы хәлде йомшарта. Быйыл да ошо эшмәкәрлекте дауам итеү өсөн мөмкинлек буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙы яңыртыуҙа ярҙам итеү, «күләгәле» эш хаҡына ҡаршы көрәш, социаль партнерлыҡ механизмдарын үҫтереү, эш биреүселәрҙең территориаль берекмәләрен булдырыу һәм нығытыу, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы алдында торған төп бурыстар тип атаны.

– Ҡайһы саҡта хеҙмәт коллективтарында кешеләрҙең мәнфәғәттәрен һеҙҙән башҡа бер кем дә яҡлай алмай. Һеҙ хеҙмәткәр һәм эш биреүсе мөнәсәбәттәрен көйләүсе, – тип билдәләне республика Башлығы. – Шуға күрә кешеләрҙең яҙмышы өсөн яуаплы икәнлегегеҙҙе аңлап эшләргә кәрәк.