6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2016 йыл, 10:54

Республиканың көньяҡ райондары йәнә ҡар ҡамауында ҡалды

фото: социаль селтәрҙәр

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостандың көньяҡ райондары йәнә ҡар ҡамауында ҡалды. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында көслө ҡар яуыуы күҙәтелә, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етә. Һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы тулы әҙерлек режимында эшләй, оператив штаб булдырылған.

Хәйбулла районы хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Гай, Сибай һәм Юлдыбай йүнәлешендәге автомобиль юлдары ябылған. Хәйбулла, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр һәм Белорет юл-ремонт төҙөлөш идаралыҡтары көсө менән юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре бара.

Синоптиктар фаразлауынса, ошондай һауа торошо аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала республикала һалҡын буласаҡ. Һауа температураһы төндә -7,-12 , аяҙайтҡанда -15,-20 градусҡа тиклем төшәсәк.

Шаршамбы, 16 мартта, һауа температураһы көндөҙ -2,-7, төндә -9, -14 градус, аяҙайтҡанда -20 градусҡа тиклем. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын, урыны менән көслөрәк.

Кесаҙна, 17 мартта, бер аҙ йылыта: көндөҙ +1,-4, төндә -4,-9 градус. Айырым райондарҙа ҡар яуасаҡ, еңелсә ел иҫәсәк.

«Интерфакс» агентлығына Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге директоры Роман Вильфанд һөйләүенсә, Рәсәйҙә март — ҡыш айы. Уның һүҙҙәренсә, апрелдең тәүге декадаһы аҙағында ғына ысын яҙ башлана.