11 декабрь, Йәкшәмбе

16 март 2016 йыл, 10:08

Башҡортостанда Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе һайланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Марат Хөсәйенов Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе итеп һайланды. Яңы етәксе 15 мартта Өфөлә уҙған республика Профсоюздар федерацияһының XXV конференцияһында билдәләнде.

Йыйылышта федерацияның 2011-2016 йылдарҙағы эш йомғаҡтары ҡаралды, 2021 йылға тиклем өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлештәре ҡабул ителде, коллегиаль органдар һайланды. Конференцияла республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков, шулай уҡ республика Хөкүмәте Аппараты вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.

Марат Ғәбделҡасим улы Хөсәйенов хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткәндән һуң башлай. Белорет металлургия комбинатының тимер юл цехында, «Белорет» аэропортының аэродром хеҙмәтендә оператор, техник, Белорет металлургия комбинатының тимер юл цехында әйҙәүсе иҡтисадсы булып эшләй. Бер үк ваҡытта инженер-механик белгеслеге буйынса Магнитогорск тау-металлургия институтының киске факультетын тамамлай.

1997 йылда — Белорет металлургия комбинаты тимер юл цехының профсоюз комитеты рәйесе, 2000 йылда Республика профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 2001 йылдан бөгөнгә тиклем — Рәсәй Тау-металлургия профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе.

2011 йылдан йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары булып тора. 2012 йылда тау-металлургия профсоюзы үҙәк советының башҡарма комитеты ағзаһы итеп алына. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы.

Әүҙем эшләгәне өсөн Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының почет грамоталары, «Профсоюзда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән, Башҡортостан Хөкүмәтенең рәхмәт хаты тапшырылған.