8 декабрь, Кесе йома

15 март 2016 йыл, 17:18

Силәбелә башҡорт шағиры Урал Ҡолошовтың юбилей кисәһе уҙҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се китапханала әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Сара Силәбе өлкәһе Сосновка районындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, башҡорт шағиры Урал Ҡолошовтың 50 йәшенә арналды.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, сара барышында «Күңел йылыһы» тип аталған яңы китаптың исем туйы булды. Йыйылыусылар авторҙың эштәрен һәм балаларҙың рәсемдәрен ҡараны. Осрашыуҙа Силәбе өлкәһе Мәҙәниәт министрлығының милли сәйәсәт идаралығы етәксеһе Илья Аносов, Сосновка районының мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Татьяна Маркина, М.Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берләшмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡамса Мортазин, «Уралым» башҡорт гәзите мөхәррире Нурия Иҡсанова, Аҡмулла исемендәге әҙәби берләшмә ағзалары, «Шишмә» китапханаһы уҡыусылары, ижади интеллигенция вәкилдәре ҡатнашты.

Әҙәби осрашыу Урал Ҡолошовтың ижады менән танышыуҙан башланды. Экранда шағир хаҡында «Көньяҡ Урал» Силәбе дәүләт телерадиокомпанияһы төшөргән сюжет күрһәтелде. Ҡамса Мортазин Урал Ҡолошовтың тормошо һәм ижады тураһында һөйләне. Китапхананың даими уҡыусылары уның тыуған еренә бағышланған шиғырҙарын уҡыны. Байрам кисәһен концерт номерҙары биҙәне. Осрашыу һуңында шағир автограф таратты.

Мөдир Көнһылыу Әйүпова һүҙҙәренсә, китапханала бындай әҙәби кисәләр йыш ойошторола. Һуңғы ваҡытта китапхана ҡалала һәм өлкәлә йәшәүсе башҡорт һәм татар халҡының мәҙәни үҙәгенә әүерелде. Быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се китапхананың барлыҡҡа килеүенә 110 йыл тулыу киң билдәләнәсәк.

темалар: әҙәбиәт