9 декабрь, Йома

15 март 2016 йыл, 16:43

Өфөлә халыҡ-ара «АгроКомплекс-2016» ауыл хужалығы күргәҙмәһе асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында халыҡ-ара махсуслашҡан «АгроКомплекс-2016» күргәҙмәһе эшләй башланы.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта «АгроКомплекс» — Волга буйы федераль округында мөһим һәм республиканың агросәнәғәт комплексы өсөн төп сараларҙың береһе.

Уны ойоштороусылар булып, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы сығыш яһаны.

«АгроКомплекс» күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Әгәр былтыр улар 245 булһа, быйыл иһә Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Голландия, Польша, Германия һәм башҡа илдәрҙән 270-тән ашыу компания. 2016 йылда экспозицияның дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр тәшкил итте.

Вице-премьер һүҙҙәренсә, бындай ыңғай динамика Башҡортостандың 2020 йылға тиклемге агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик планын ҡабул итеүен иҫәпкә алғанда айырыуса мөһим. Ирек Мөхәмәтдинов «АгроКомплекс-2016» республиканың аграр комплексы үҫешенә лайыҡлы өлөш индерер тигән ышаныс белдерҙе.

Күргәҙмә «ВДНХ-Экспо»ның ике ҡатында, шулай уҡ асыҡ майҙансыҡта урынлашҡан. Бында ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән комбайндар, сәсеү комплекстары, тракторҙар тәҡдим ителгән.

«АгроКомплекс-2016» күргәҙмәһенең эшлекле программаһы бик бай. Дөйөм алғанда, тармаҡтың төрлө йүнәлештәре буйынса 20-гә яҡын сара ойоштороласаҡ. Агросәнәғәт комплексы өсөн техника, үҫемлектәрҙе һәм малсылыҡты һаҡлау өлкәһендәге һуңғы асыштар менән таныштырыу саралары ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.