5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2016 йыл, 16:00

Баш ҡалала Рәсәй ғалимдары ҙур теләк менән саңғыға баҫты

фото: Дмитрий Слезин | видео: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Академиада-2016 бара. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең 65 йыллығына арналған Академиадала ҡатнашыу өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы ғилми үҙәктәре һәм институттары командаларының йөҙҙән ашыу вәкиле килде.

Йыл һайын бөтә ил ғалимдары араһында спорт ярыштарын уҙғарыу традицияһы СССР-ҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Союз тарҡалғандан һуң бөтә Рәсәй Академиадалары уҙғарылмай. 2006 йылда ғына ғалимдар араһында ошо байрамды тергеҙергә хәл ителә.

Өфө Академиадаһы «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә һәм саңғы ярышын үҙ эсенә ала. Классик стилдә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 3,5 һәм 10 саҡрымға ярыш тамамланды. 16 мартта форумда ҡатнашыусылар эстафетала иң көслөләрҙе асыҡлаясаҡ.

Әлегә ҡайһы бер ҡатнашыусыларға дәғүәселәр менән генә түгел, үҙҙәре һәм Өфө трассаһы менән көрәшергә тура килә. Мәҫәлән, Өфөнән Гөлнара Абдрафиҡова 1971-1975 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар араһында классик стилдә 5 саҡрымлыҡ арауыҡта саңғыла уҙышырға теләгән берҙән-бер ҡатнашыусы булды. Шулай уҡ Түбәнге Новгородтан Лев Малышевҡа (5 саҡрым, 1936-1940 йылғы) һәм Апатиты ҡалаһынан Галина Никифороваға (3 саҡрым, 1941-1945 йылғы) ҡушылыусылар булманы. Барыһы ла финишҡа уңышлы килеп етте.

Өфө командалары вәкилдәре Новосибирск, Иркутск, Сыктывкар һәм Мәскәү ҡалаларынан килгән ғалимдарҙы үҙҙәренең конкуренттары тип иҫәпләй. Һис шикһеҙ, был сәләмәтлек өсөн уйланылған — айыҡ аҡыл аныҡ фекер йөрөтөргә һәм яңынан-яңы асыштар яһарға ярҙам итә.