Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфө — тейәп ебәрелгән продукция һәм тапшырылған торлаҡ күләме буйынса миллионлы ҡалалар араһында лидерҙар рәтендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө — тейәп ебәрелгән продукция һәм тапшырылған торлаҡ күләме буйынса миллионлы ҡалалар араһында лидерҙар рәтендә. Ҡаланың дәүләт статистикаһы бүлеге етәксеһе Оксана Даянова хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2015 йылда баш ҡаланың социаль-иҡтисади хәленең төп күрһәткестәре тураһында һөйләне.

Былтыр Өфө тейәп ебәрелгән продукцияның дөйөм күләме буйынса миллионлы ҡалалар араһында Омскиҙан (676 миллиард һум) ҡала икенсе урын алды (670 миллиард һум). Артабан Пермь (575 миллиард), Силәбе (463), Волгоград (433), Екатеринбург (385), Красноярск (343) килә.

«Уҙған йылда баш ҡалала 824 759 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Өфө миллионлы ҡалалар араһында — алтынсы, күп ҡатлы йорттарҙы тапшырыу буйынса — етенсе, мең кеше иҫәбенә бишенсе урында», — тип билдәләне Оксана Даянова.

Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә Өфө иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән төп капиталға инвестициялар күләме 113,1 миллиард һум тәшкил иткән. Былтыр ҡаланың сәнәғәт производствоһы эшмәкәрлегендә ыңғай динамика һаҡланған. Сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылға ҡарата 100,8 процент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть