5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2016 йыл, 14:04

Республикала фольклор коллективтары «Тылсымлы моңдар» фестивалендә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Тылсымлы моңдар» башҡорт фольклор коллективтарының төбәк фестивале ойошторола. Башҡорт фольклорын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсатында уҙғарылған сара 18 мартта Дәүләкән районында үтә.

Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә, быйыл фестивалдә 250-нән ашыу кеше ҡатнаша. Улар — Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Шишмә райондары, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары коллективтары.

Жюри составында республиканың танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре: фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең инструменталь жанр буйынса әйҙәүсе белгесе Эльвира Йыһангирова һәм ошо уҡ үҙәктең Бәләбәй филиалы белгесе Резеда Ҡәләмова эшләй.

Һәр ике йыл һайын үткәрелгән халыҡ таланттары форумын Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм район хакимиәте ойоштора.