Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы йортта сыҡҡан янғын буйынса ашығыс кәңәшмә үткәрҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

15 мартта Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 12 кеше һәләк булған янғын урынында булды һәм ашығыс кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса оператив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн координация штабы булдырылды, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

15 мартта төндә Туҡаев урамында ике хужаға тәғәйенләнгән бер ҡатлы шәхси йортта янғын сыҡты. Янғын һүндерелгәндән һуң ике ҡатындың һәм ун ирҙең мәйете табылған. Әлеге ваҡытта полиция һәләк булыусыларҙың исемдәрен һәм янғын сәбәбен асыҡлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть