Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфө мэрияһында полиция ҡала идаралығының яңы етәксеһе менән таныштырҙылар

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

15 мартта Өфө мэрияһында Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡала идаралығының яңы етәксеһе, полиция полковнигы Виталий Дудко менән таныштырҙылар.

Виталий Дудко 1966 йылда Ҡаҙағстан Республикаһының Павлодар өлкәһендә тыуған. Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән. 1987 йылдан алып эске эштәр органдарында эшләй. СССР Эске эштәр министрлығының Калининград махсус урта милиция мәктәбен һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Алматы юғары мәктәбен тамамлаған.

Һөнәри эшмәкәрлеген Павлодар башҡарма комитеты ҡарамағындағы эске эштәр идаралығының ведомствонан тыш һаҡ бүлеге милиционеры булып башлай һәм Павлодар өлкәһе Эске эштәр департаментының криминаль полиция идаралығы начальнигы урынбаҫарына тиклем хеҙмәт итә. Һуңынан Омск һәм Калининград өлкәләрендә енәйәтте тикшереү бүлеген етәкләй.

2014 йылдың сентябрендә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына күсерелә, әлегә тиклем унда Енәйәтте тикшереү идаралығы начальнигы урынбаҫары була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть