3 декабрь, Шәмбе

15 март 2016 йыл, 10:55

Төбәктә яҙғы һунар бер аҙнаға һуңыраҡ башлана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле апрелдең өсөнсө шәмбеһенән дүртенсеһенә күсерелде. Республика Башлығының тейешле бойороғо төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында баҫылған.

Шулай итеп, яҙғы һунар 23 апрелдә башлана һәм 10 көн дауам итә.

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, һунар ваҡытын үҙгәртеү уның һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ: «Һунарсылар ойошмаһы күҙәтеүҙәре, метеохеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса элекке һунар ваҡытында көндәр һалҡын торҙо, ҡар яуҙы. Шуға бәйле һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар һәм ҡурпысыҡтар ҡышлау урындарынан һуңыраҡ осоп китте. Шул уҡ ваҡытта һунар ваҡытын күсереү ҡырағай ҡоштарҙың һанына кире йоғонто яһамаясаҡ».

Яҙ көнө Башҡортостан биләмәһендә ҡурпысыҡ, ҡаҙ, ата өйрәк, ҡор, һуйыр ауларға рөхсәт ителә.

темалар: яҙғы һунар