8 декабрь, Кесе йома

15 март 2016 йыл, 9:27

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы 12 кеше һәләк булған янғын урынында булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 15 мартта иртәнге 6-сы 10 минутта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының дежур бүлегенә «01»  хеҙмәте диспетчерынан Туҡаев тыҡрығындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Тикшереү-оператив төркөм ике хужаға тәғәйенләнгән бер ҡатлы шәхси йорттоң яныуын асыҡланы. Фатирҙар 31 йәшлек ирҙеке һәм 53 йәшлек ҡатындыҡы.

Янғын һүндерелгәндән һуң 12 кешенең кәүҙәһе табылған. Әлеге ваҡытта полиция һәләк булыусыларҙың исемдәрен һәм янғын сәбәбен асыҡлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа юлланды. Ул фажиғә урынында булды, әлеге ваҡытта унда Эске эштәр министрлығы эксперт-криминалистика үҙәгенең күсмә криминалистика лабораторияһы эшләй.

темалар: янғын