9 декабрь, Йома

14 март 2016 йыл, 17:34

Алдағы ике көндә республикала буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы фаразлана, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы, Башгидрометҡа һылтанып.

Иртәгә, 15 мартта, республикала урыны менән көслө ел сығыуы көтөлә, секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа — ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. 16 мартта көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төньяҡта бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуасаҡ, урыны менән буран сығасаҡ, юлдарға көрт һаласаҡ, ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк.

Ҡотҡарыусылар электр бағаналары, ағастар, реклама таҡталары янынан алыҫыраҡ йөрөргә, юлды аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға, водителдәргә йыраҡ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.