10 декабрь, Шәмбе

14 март 2016 йыл, 16:28

Өфөлә Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан митинг-концерт уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 18 мартта Өфөлә Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына ике йыл тулыу уңайынан митинг-концерт үтә. Акцияла Башҡортостандың танылған коллективтары һәм башҡарыусылары ҡатнаша. Республика халҡы үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү һәм ярымутрауҙа йәшәүсе ватандаштарына теләктәшлек белдереү өсөн Конгресс-холл алдындағы майҙанға йыйыласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Байрам митингында республиканың төрлө парламент партиялары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

2014 йылдың 16 мартында Ҡырым ярымутрауының һәм Герой-ҡала Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында референдум уҙҙы. Был — Ҡырымдың ҡушылыуы уңайынан ойошторолған өсөнсө акция. Тәүгеһе 2014 йылдың 18 мартында үткәрелгәйне.

2015 йылдың 18 мартында ла тарихи ғәҙеллек айҡанлы ойошторолған митингта йөҙҙәрсә өфөлө ҡатнашты. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре һәм төрлө йәштәге кешеләр берҙәмлек байрамына йыйылды.