10 декабрь, Шәмбе

14 март 2016 йыл, 15:43

«Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең икенсе турына Башҡортостандан туғыҙ ҡатнашыусы үтте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең икенсе һайлап алыу турына Башҡортостандан туғыҙ ҡатнашыусы үтте. Республика халыҡ ижады үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлебаш, Благовар, Белорет райондарынан, Өфө, Сибай, Учалы, Баймаҡ, Межгорье ҡалаларынан алты этно-төркөм һәм 10 солист жюри алдында үҙҙәренең оҫталығын күрһәткән.

Һайлап алыу комиссияһы жюрийы составында композитор Урал Иҙелбаев, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Светлана Слягузова, «Туған тел» телеканалының генераль директоры Азат Вәхитов, фестивалдең режиссеры Альмира Сәфәрғолова, Өфө дәүләт сәнғәт институты башҡорт музыкаһы факультетының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире Артур Ғайсаров, Республика халыҡ ижады үҙәгенең инструменталь жанр буйынса әйҙәүсе белгесе Элита Йыһангирова эшләне.

Һайлап алыу турының икенсе этабы 25 мартта Инвалидтар ижады йортонда уҙғарыла. Еңеүсе 26-28 майҙа Өфөлә үтәсәк фестивалдең финалында республика исеменән сығыш яһай.

«Урал моңо» конкурс-фестиваленең төп маҡсаты — төрки йәштәрҙең заманса милли музыкаль ижадын пропагандалау, төрки халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, төрки халыҡтары араһында мәҙәни милләт-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу, йәштәрҙең ялын ойоштороу.