3 декабрь, Шәмбе

14 март 2016 йыл, 15:05

Төбәктә «рәсми» эшһеҙҙәр һаны вакансияларға ҡарағанда күберәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда вакансиялар банкында 24 мең самаһы буш эш урыны иҫәпләнә. Ысынында иһә март башына рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 28 мең кешенән артҡан. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,42 процент тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Февралдә эшкә урынлашыуға бәйле ете меңдән ашыу эшһеҙ теркәү иҫәбенән алынған. Шуларҙың 3,5 меңе мәшғүллек хеҙмәте аша эш тапҡан.

Халыҡты мәшғүллек проблемалары буйынса тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың ноябрендә — 2016 йылдың ғинуарында республиканың иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны ике миллиондан ашҡан. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, уларҙың 122 меңдән ашыуы — эшһеҙ. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,1 процент тәшкил иткән.