10 декабрь, Шәмбе

14 март 2016 йыл, 14:24

Яҙғы каникулда ЮХХДИ инспекторҙары баш ҡала юлдарында рейдтар уҙғара

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Дәүләт автоинспекцияһы 14 марттан 8 апрелгә тиклем «Иғтибар — балалар!» операцияһын уҙғара. Уның төп маҡсаты — каникул осоронда балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау.

Операция барышында ЮХХДИ инспекторҙары балалар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына әңгәмә ҡорасаҡ. Уҡыусыларҙы конкурстар һәм викториналар көтә. Бынан тыш, водителдәрҙең кескәй пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүенә айырым иғтибар бүленәсәк.

Өфө Дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, быйыл ике айҙа республиканың баш ҡалаһында балалар ҡатнашлығында 17 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 18 бәлиғ булмаған бала йәрәхәттәр алған. Дүрт осраҡта улар үҙҙәре ғәйепле.