8 декабрь, Кесе йома

14 март 2016 йыл, 13:05

Өфөлә Ырымбур драма театрының юбилей гастролдәре «Ричард III» спектакле менән башлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 11 апрелдән 16-на тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының гастролдәре уҙа. Һуңғы тапҡыр ырымбурҙар Өфөгә 2011 йылда килгәйне.

Быйылғы гастролдәр театрға 160 йыл тулыуға арнала. Театр афишаһында һуңғы йылдарҙағы иң яҡшы премьералар — Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафиловтың спектаклдәре бар.

Алты көн дауамында барасаҡ гастролдәр Шекспирҙың трагедияһы буйынса «Ричард III» спектакле менән асыла. Театрҙа хәбәр итеүҙәренсә, был спектакль инде биш йыл сәхнәлә йәшәй һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулаған. «Ричард»ҡа Сочиҙа «Театр Олимпы» фестивале тамашасылары ла алҡышлаған. Бынан тыш, Ричард роле Башҡорт драма театрының әлеге етәксеһе Олег Хановтың Ырымбур сәхнәһендәге һуңғы актерлыҡ эше була.

Шулай уҡ Өфө тамашасылары «Грибной царь» спектаклен, «Свадьба в Малиновке» комедияһын, Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса «Милые люди» спектаклен ҡарай ала. Рэй һәм Майкл Куниҙың пьесаһы буйынса «Братишки»  комедияһының премьераһы була.