4 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2016 йыл, 11:36

Башҡортостан аграрийҙары дәүләткә ашлыҡ һатыуҙан 694 миллион һум килем алған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары дәүләт интервенция фондына былтырғы ашлыҡты тапшырыуын дауам итә. Сираттағы сауҙалашыуҙа улар 71,2 миллион һумдан күберәк суммала 6,6 мең тоннанан ашыу иген һатҡан.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт интервенция фондына бөтәһе 691,1 миллион һумлыҡ 65,7 мең тоннанан ашыу былтырғы ашлыҡ тапшырылған. Шуларҙың 27,7 мең тоннаһы — 3 класлы бойҙай, 37 меңе тиерлек — 4 класлы бойҙай, 1,1 мең самаһы — 3 класлы арыш.