9 декабрь, Йома

14 март 2016 йыл, 10:01

Өфөләр ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионатында миҙалдар яуланы

фото: www.winterswimming.ru

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Төмәндә ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионаты тамамланды.

Донъя беренселегендә 42 илдән 1200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. 170 комплект миҙал уйнатылды.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 20 спортсы сығыш яһаны. Улар бер алтын, ике көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булды.

Тамара Филипненкова ирекле стилдә 50 метр арауыҡта үҙ йәш категорияһында (74-78 йәш) донъя чемпионы исемен яуланы.

Ун йәшлек Полина Трапезникова ирекле стилдә 25 метр арауыҡта көмөш һәм ирекле стилдә 50 метрҙа бронза миҙал алды.

Артур Сабуров ирекле стилдә 100 метр арауыҡта көмөш һәм ирекле стилдә 50 метрҙа бронза миҙалға лайыҡ булды.

Делегация етәксеһе Александр Пенкин һүҙҙәренсә, донъя чемпионатында конкуренция ҙур булған.

«Биш миҙал яулауыбыҙ – ҙур уңыш һәм спортсыларҙың хеҙмәте ул. Тәжрибәле ҡатнашыусыларҙың береһе Тамара Филипненкованың еңеүенә шигем булманым. Йәш йондоҙобоҙ Полина Трапезникова ла еңеүгә ынтылышын күрһәтте. Спортсылар лайыҡлы сығыш яһаны», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Александр Пенкин.

Чемпионат йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы еңеүсе булды. Рәсәй йөҙөүселәре 273 миҙал  яуланы.

Икенсе урында — Финляндия (56 награда). Өсөнсөлә — Эстония командаһы (42 миҙал).

темалар: ҡышҡы йөҙөү