10 декабрь, Шәмбе

11 март 2016 йыл, 18:28

Ирек Мөхәмәтдинов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ирек Мөхәмәтдинов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле Указға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығының икенсе Указы менән Илдар Тимерғәлин, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.

Ирек Радил улы Мөхәмәтдинов 1960 йылдың 16 октябрендә Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Мәскәүҙә Н.Э.Бауман исемендәге юғары техник училищеһын, Мәскәү ҡулланыусылар кооперацияһы университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1983 йылда Ҡазанда «Ғәмәли оптика дәүләт институты» ғилми-етештереү берекмәһендә инженер булып башлай. 1993-1994 йылдарҙа «СФЕРА-А» берекмәһендә — бухгалтер-иҡтисадсы, «Полимер» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтендә — баш бухгалтер (Ҡазан ҡалаһы). 1994-1997 йылдарҙа — «Башпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының баш бухгалтер урынбаҫары (Ҡазан). 1997-1998 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башкредитбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы идарасыһы урынбаҫары. 1998-2001 йылдарҙа — «Восток» фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, генераль директоры (Өфө ҡалаһы). 2001-2003 йылдарҙа — «ФП Центр» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, «УРАЛСИБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты (Өфө ҡалаһы). 2003-2011 йылдарҙа — «Росгосстрах-Столица» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, «Метрополь» компанияһының генераль директор урынбаҫары, «Русь-Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесенең өлкән советнигы, «Банк ЗЕНИТ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте департаменты начальнигы урынбаҫары (Мәскәү). 2011-2016 йылдарҙа — «Рәсәйҙең ауыл хужалығы банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы директоры.