8 декабрь, Кесе йома

11 март 2016 йыл, 17:51

Быйыл ташҡындың уртаса күп йыллыҡ кимәлдән юғарыраҡ булыуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда ташҡындың былтырғы кимәлдән бер-ике метрға юғарыраҡ булыуы көтөлә. Ташҡын буйынса аныҡ прогноз 25 мартта билдәле буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы ултырышында.

«Бөгөн беҙ ташҡынға ҡаршы әҙерлекте башлайбыҙ. Ғәҙәттәгесә, ул барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә гидротехник ҡоролмаларҙы әҙерләү буйынса контроль сараларҙы ойоштороуҙы, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙы тикшереүҙе, шулай уҡ авария-ҡотҡарыу һәм ойоштороу-техник саралар барышында йәлеп ителәсәк көстәрҙе әҙерләүҙе үҙ эсенә ала», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа республикала ташҡын тыныс үтһә лә, уяулыҡты юғалтырға ярамай, сөнки «быйылғы яҙ башҡа йылдағыларҙан айырыла».

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская һөйләүенсә, былтыр көҙ тупраҡтағы дым уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булған. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ул 86 миллиметр тәшкил иткән, был норманан 25 процентҡа юғары. Ҡариҙел йылғаһында — 165 миллиметр, йәғни уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 90 процентҡа күберәк.

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында һыуҙың максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын буласаҡ. Стәрлетамаҡ янында Ағиҙелдең кимәле норманан 50 сантиметрға түбәнерәк булыуы көтөлә. Өфө эргәһендә иң юғары күрһәткес 700-800 сантиметр тәшкил итәсәк, был норманан 20 сантиметрға күберәк. Бөрө янында норманан 40 сантиметрға юғарыраҡ. Шакша янында Ағиҙелдең кимәле норманан 40 сантиметрға юғарыраҡ буласаҡ тип күҙаллана.

темалар: ташҡын