10 декабрь, Шәмбе

11 март 2016 йыл, 17:01

Рөстәм Хәмитов Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм идара итеү юғары мәктәбе етәксеһе Гүзәл Улумбекова менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм идара итеү юғары мәктәбе етәксеһе Гүзәл Улумбекова менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

– Аналитика эшмәкәрлеге буйынса эштәрҙе ойоштороу йәһәтенән, хәлде баһалау буйынса һорауҙарыбыҙ байтаҡ. Ошо өлкәлә белгестәр етешмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Электән килгән бер нисә проблема бар. Атап әйткәндә, ғүмерҙең ҡыҫҡалығы һәм үлем күрһәткесенең юғары булыуы. Әлегә бының сәбәптәрен асыҡлап бөтмәнек. Материалдар йыйыу, хәлде баһалау системаһы дөрөҫ ойошторолғанмы, юҡмы икәнлеген аңларға теләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, һорауҙар күп.

Гүзәл Улумбекова 2014 йыл өсөн Волга буйы федераль округы субъекттары һаулыҡ һаҡлау системаларының һөҙөмтәлелек рейтингын әҙерләүе хаҡында хәбәр итте. Ошо документҡа ярашлы, Башҡортостан, 2013 йыл менән сағыштырғанда бер нисә баҫҡысҡа күтәрелеп, күрһәткестәрен яҡшыртҡан.

– Рәсәй буйынса уртаса алғанда, һеҙҙә туберкулездан үлеү осраҡтары күпкә кәмерәк – 18 процент. Был һәйбәт күрһәткес. Көтөлгән ғүмер оҙонлоғон – 70 йәштең сиген үттегеҙ, – тине Гүзәл Улумбекова. – Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар йәмғиәте, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә хәл итеү талап иткән етди проблемалар ҙа бар.

Журналистар менән аралашҡанда Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм идара итеү юғары мәктәбе етәксеһе республика Башлығының Башҡортостан райондары һәм ҡала округтары күҙлегенән сығып ғилми анализ һәм аналитика мәғлүмәттәре нигеҙендә һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү стратегияһын әҙерләргә һәм республиканың баш табиптары менән тикшергәндән һуң уны тормошҡа ашыра башларға ҡушыуын билдәләне.