9 декабрь, Йома

11 март 2016 йыл, 16:06

Йыл башынан алып төбәктә инфляция 1,4 процент тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат материалдарынан күренеүенсә, 2016 йылдың февралендә республикала инфляция — 0,6, йыл башынан 1,4 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда инфляция кимәле — 0,6 һәм 1,6 процент.

Ике айҙа аҙыҡ-түлек — 1,6, аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙар — 1,8, хеҙмәттәр 0,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Февралдә аҙыҡ-түлек баҙарында һөт — 1,9, һөт ризыҡтары, ҡаймаҡ, ҡуйыртылған һөт, эремсек — 1,8-3,6, колбаса, сосиска, сарделька — 1,6-3,7, балыҡ консервалары — 3,9, туңдырылған балыҡ, балыҡ деликатестары — 1-2, ярмаларҙың һәм ҡуҙаҡлыларҙың ҡайһы бер төрҙәре уртаса 2,4 процентҡа ҡыйбатланған. Сәйгә, ҡәһүәгә һәм шоколадҡа хаҡтарҙың артыуы дауам иткән (ғинуар-февралдә — 4,1-4,3 процентҡа). Яңы ҡыяр һәм помидор — 3,4-6,1, алма — 4,3, һарымһаҡ һәм лимон 11,0-16,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Мал һәм ҡош итенә (0,5-5,7), тауыҡ йомортҡаһына (1,8) хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән.

Электр тауарҙарына һәм көнкүреш техникаһына хаҡтарҙың үҫеше — 0,5-4,9, кейем-һалымға һәм аяҡ кейеменә 0,5-7 процент тәшкил иткән. Парфюмерия-косметика тауарҙары, йыуыу, таҙартыу саралары, галантерея әйберҙәре — 0,8-7,3, алтын биҙәүестәр — 5,4, илебеҙҙә етештерелгән еңел автомобилдәр 4,2 процентҡа ҡыйбатланған. Ғинуар-февраль айҙарында миҙгелле кейем-һалымға һәм аяҡ кейеменә, газ-мотор яғыулығына хаҡтар 5,6 процентҡа кәмегән.

Сит ил туризмы өлкәһендәге хеҙмәттәр 3,0-8,8 процентҡа ҡиммәтләнгән. Республика биләмәһендә ял йорттарына юлламаларҙың хаҡы — 3,8, фотоателье хеҙмәттәре 3,5 процентҡа артҡан. Фатир өсөн ҡуртым хаҡы 3,6-3,7 процентҡа кәмегән.