9 декабрь, Йома

11 март 2016 йыл, 15:09

Өфөлә Науруз байрамында ШОС илдәренең эстрада йондоҙҙары ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ШОС илдәренең эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур концерт Науруз байрамына арнала. 21 мартта республикала йәшәүсе төрлө халыҡ вәкилдәре «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйыла. Сара Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Республика халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында ойошторола.

«Республика етәкселегенең емешле эшмәкәрлеге арҡаһында Башҡортостанды лайыҡлы рәүештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ үҙәге тип атайҙар. Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттары партнерлыҡ һәм мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе киңәйтергә ярҙам итә», — тине проектты ойоштороусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айгөл Әхмәҙиева.

Концертта махсус саҡырылған ҡунаҡтар: Нурбулат Абдуллин (Ҡаҙағстан), Үзбәкстандың халыҡ артисы Мансур Ташматов, «Урал моңо-2014» халыҡ-ара конкурсы лауреаты Коралы Чокоев (Ҡырғыҙстан), Саъдии Буризод (Тажикстан), «Turkvision-2013» халыҡ-ара конкурсы лауреаты Алина Шәрифйәнова (Татарстан), Рэдик Ефремов (Мәскәү) ҡатнаша. Сәхнәлә шулай уҡ республиканың эстрада йырсылары һәм бейеү коллективтары — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок, «Премьер-квартет» төркөмдәре сығыш яһай. Сара сиктәрендә төбәк йәмәғәт ойошмалары, төрлө халыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмәләр ойоштора.

«Маҡсатыбыҙ — туғандаш республикаларҙы бергә туплау. Башҡортостанда йәшәгән милли диаспораларға тыуған яҡтарының бер өлөшөн күрһәтергә, илдәребеҙ араһында мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе байытырға теләйбеҙ», — тип билдәләне концерттың продюсеры Зәлифә Барлыбаева.

Концерттың генераль мәғлүмәт партнеры — «Туған тел» телекомпанияһы.