8 декабрь, Кесе йома

11 март 2016 йыл, 14:03

Рәсәй Үҙәк банкы футбол буйынса донъя чемпионатына 700 мең самаһы иҫтәлекле тәңкә сығарырға ниәтләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Футбол-2018» программаһы сиктәрендә ҡиммәтле металдарҙан 691 меңгә тиклем тәңкә сығарыласаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Үҙәк банкының матбуғат хеҙмәте. Сығарылыш 2018 йылғы FIFA футбол буйынса донъя чемпионатына һәм 2017 йылғы FIFA Конфедерация кубогына арнала. Өс һумлыҡ көмөш һәм 50 һумлыҡ алтын тәңкәләр сығарыу планлаштырылған. Шулай уҡ көмөш (925-се келәймәле) һәм алтын (999-сы келәймәле) иҫтәлекле тәңкәләр сығарыла. Алтын аҡсаларҙың дөйөм массаһы — 910 килограмм, көмөш тәңкәләрҙең иһә 17,851 тонна.

Шулай уҡ 2018 йылда үтәсәк донъя чемпионатына баҡыр менән никель иретмәһенән 25 һумлыҡ өс төр иҫтәлекле тәңкә сығарыу күҙаллана. Тиражы — 60 мең данаға тиклем.