Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда электрон белем биреүҙе үҫтереүгә 30 миллион һум бүленгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда электрон белем биреүҙе үҫтереүгә дөйөм суммаһы 30 миллион һумлыҡ һигеҙ грант бүленгән. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең интернеттағы рәсми порталында баҫылған.

Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар республиканың дөйөм белем биреү системаһында электрон уҡытыу һәм ситтән тороп белем биреү технологияларын индереү буйынса эште әүҙемләштереү өсөн кәрәк.

Документтан күренеүенсә, 2016 йылдың 1 ғинуарынан дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн йыллыҡ гранттар тапшырыла. Уларҙы бүлеү өсөн республика Хөкүмәте тарафынан махсус комиссия төҙөлә. Указдың үтәлешен Башҡортостан Башлығы Хакимиәте контролдә тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть