Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Республика селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса Рәсәйҙең дәүләт комиссияһы менән килешеү төҙөнө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса Рәсәйҙең дәүләт комиссияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Документ берлектә ғилми-тикшеренеү, тәжрибә-производство һәм эксперименталь эштәр үткәреүҙе, ауыл хужалығы культураларының алдынғы селекция ҡаҙаныштарын өйрәнеү, һынау һәм производствоға индереүҙе, кадрҙар әҙерләүҙе, уларҙың квалификацияһын күтәреүҙе һәм башҡа сараларҙы күҙ уңында тота.

Рәсәй Селекционерҙар һәм орлоҡсолоҡ белгестәренең милли союзы йыйылышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, бөгөн орлоҡсолоҡ селекцияһы республика агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһының төп йүнәлеше булып тора.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ системаһын тәҡдим иткән. Төбәк биләмәһендә сорттарҙы һынау менән «Госсорткомиссия» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалы шөғөлләнә.

Николай Коваленко һүҙҙәренсә, министрлыҡ беренсел орлоҡсолоҡ селекцияһы программаһын әҙерләгән дә инде, уны 2016 йылда яҡлау күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть