5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2016 йыл, 11:15

Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2003 йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты Указы менән наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса махсус вәкәләтле ведомство барлыҡҡа килде. Рәсми һөнәри байрам — Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө — 2008 йылда булдырылған һәм йыл һайын 11 мартта билдәләнә.

Ошо осор эсендә Башҡортостандың Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеген уңышлы башҡара. Улар наркоенәйәтселектең иҡтисади нигеҙҙәрен ҡаҡшата. Эш енәйәтсел төркөмдәрҙе бөтөрөүгә, республика биләмәһенә наркотиктар индереү каналдарын ябыуға йүнәлтелгән.

13 йылда Башҡортостанда наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 25 мең енәйәтте асҡан. Төркөмләп ҡылынған — 4000, наркотик һатыуҙан килгән табышты законлаштырыуға бәйле йөҙгә яҡын енәйәт тикшерелгән. 800-ҙән ашыу наркопритон юҡ ителгән.

Законһыҙ әйләнештән дөйөм суммаһы яҡынса 9 миллиард һумлыҡ өс тонна наркотик, шул иҫәптән 207 килограмм героин, 194 килограмм гашиш, 1900 килограмм марихуана, 403 килограмм мәк һаламы, 106 килограмм синтетик матдә тартып алынған. Асыҡланған наркотик матдәләрҙең дөйөм суммаһы — 156 миллион һум.

темалар: һөнәри байрам