6 декабрь, Шишәмбе

10 март 2016 йыл, 18:09

Рөстәм Хәмитов KMEW компанияһының генераль менеджеры Юсаку Кодама менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Япониялағы KMEW компанияһының генераль менеджеры Юсаку Кодама етәкселегендәге делегация менән осрашты. Осрашыуҙа төбәктең компания менән хеҙмәттәшлек һәм Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

– Бына өс йыл инде беҙҙең объекттарҙа компанияғыҙҙың продукцияһы файҙаланыла. Был материалдың яҡшы сифатлы булыуын күрәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә ошондай производство булдырһаҡ, әлеге продукция киң ҡулланыласаҡ. Беҙҙе республикала шундай предприятие төҙөү ҡыҙыҡһындыра.

– Компаниябыҙ фиброцемент изделиелар етештерә. 2009 йылдан алып Рәсәй баҙарында эшләйбеҙ, ошо ваҡыт эсендә төҙөлөш баҙарын өйрәндек, – тип хәбәр итте Юсаку Кодама. – Республика биләмәһендә урындағы производство буйынса проектты ғәмәлгә ашырыу маҡсатында килдек.

«Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Артем Кирәев индустриаль парктарҙың береһен предприятиены урынлаштырыу сифатында ҡарауҙарын белдерҙе. Әлеге ваҡытта логистика мәсьәләләре өйрәнелә.

KMEW компанияһы 30 йыл самаһы элек Японияның торлаҡ төҙөлөшө өсөн төҙөлөш материалдары етештереүсе Kubota һәм Panasonic корпорацияларын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Төп офис Осака ҡалаһында (Япония) урынлашҡан. Ете фабрикаһы, шулай уҡ бойондороҡһоҙ тикшеренеү һәм тәжрибә үҙәге бар.

Kubota корпорацияһына 1890 йылда нигеҙ һалынған. 1960 йылдан торбаларҙан алып ауыл хужалығы техникаһына тиклем продукция етештерә.

Matsushitadenko Exterior Works, Ltd. (әлеге ваҡытта – Panasonic корпорацияһы) төҙөлөш материалдарын әҙерләгән.