6 декабрь, Шишәмбе

10 март 2016 йыл, 17:38

«Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Ал сәскә» әҙәби акцияһы башланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Ал сәскә» тип аталған яңы телевизион проект башланды. Ул яҡташыбыҙ, бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған.

Акцияның маҡсаты — республикала йәшәүселәрҙе китап уҡыуға ылыҡтырыу. Өс ай дауамында «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» һәм «Мәҙәниәт» телеканалдарында Аксаковтың ижады, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, яҙыусының исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар хаҡында сюжеттар күрһәтеләсәк.

Бынан тыш, «Ал сәскә» геройҙары билдәле тележурналистар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең тауышы менән һөйләшәсәк. Улар араһында алып барыусылар Лилиә Яковлева, Айгөл Кантюкова һәм Рөстәм Ғәббәсов, яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Маргарита Ғафарова, республиканың халыҡ артистары Александр Кузьменко һәм Фирҙәт Ғәлиев бар.

Акция сиктәрендә Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусылар билдәле «Ал сәскә» әкиәте буйынса инша яҙасаҡ. Еңеүселәргә махсус бүләктәр һәм китаптар тапшырыла. Балалар йорттарына һәм насар күргән балалар өсөн мәктәп-интернатҡа барыу планлаштырылған. Телевидениела һәм радиола танылған артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәр менән әңгәмә ҡаралған, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» ДТРК-ның матбуғат хеҙмәтендә.

Акцияның финалы 1 июнгә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә билдәләнгән. Был көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хәйриә сараһы уҙғарыла. Унда балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, инвалид, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙы ҙур концерт, бүләккә иһә китаптар һәм Сергей Аксаковтың әҫәрҙәре яҙылған компакт-диск көтә.