Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 273 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн 273 миллион һумдан ашыу федераль субсидия бүленгән. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Аҡса «Иҡтисади үҫеш һәм инновациялы иҡтисад» дәүләт программаһы сиктәрендә бирелә. 9,61 миллиард һум күләмендәге субсидиялар Федерация субъекттары бюджеттары араһында бүленгән. Уларҙы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла аласаҡ.

Субсидия бүлеү Федерация субъекттарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларын һәм муниципаль программаларҙы капиталлаштырыуҙы арттырырға булышлыҡ итергә тейеш. Был финанс ярҙамы күрһәтеләсәк бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары даирәһен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть