Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала трактор паркының сәсеү кампанияһына әҙерлеге 90 процент тиерлек тәшкил итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Әлеге мәлдә Башҡортостанда трактор паркының яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлеге 89 процент тәшкил итә. Сәсеү комплекстарының һәм ер эшкәртеүсе техниканың әҙерлек кимәле лә юғары һәм 96 процентҡа етә.

Республика Хөкүмәте бойороғо менән ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүҙе тамамлау ваҡыты билдәләнгән.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, март аҙағынаса яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк барлыҡ техниканы әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн аграрийҙарҙың бөтә мөмкинлектәре лә бар, тип ышандырҙылар ведомствола.

Быйыл Башҡортостанда сәсеү майҙандарын 3,16 миллион гектарға тиклем арттырырға ниәтләйҙәр, был былтырғы кимәлгә ҡарата өс процентҡа күберәк. Өҫтәүенә бөртөклө культуралар, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш майҙандары уҙған йылғы кимәлдә ҡаласаҡ, ә бына орлоҡҡа рапс һәм кукуруз үҫтереү өсөн майҙандарҙы арттырыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть