11 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2016 йыл, 15:33

Төбәктә йәштәр форумын уҙғарырға әҙерләнәләр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 мартта Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернатында йәштәр форумы уҙа. Унда йәмғиәт, спорт, дин, эшҡыуарлыҡ секциялары эшләйәсәк.

Форум барышында Күмертау башҡорт гимназияһында яҡын-тирәләге район йәштәре араһында волейбол буйынса турнир ойошторола. Ярыш легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнала. Форум башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары ҡатнашлығындағы күңел асыу программаһы менән тамамлана.

«Ҡалабыҙҙа ошондай башҡорт йәштәре йыйыны тәүгә уҙғарыла. Ижади, спорт һөйөүсе йәштәр ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле сығыштар әҙерләй», — тип хәбәр итте Күмертау хакимиәтенең социаль өлкәне үҫтереү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Марат Ғилманов.

Форумды ойоштороусылар — Йәштәр советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Башҡорт йәштәре союзы.

темалар: йәштәр форумы