10 декабрь, Шәмбе

10 март 2016 йыл, 14:51

«Башнефть» дивидендтары иҫәбенә Башҡортостан бюджеты 2 миллиард һумға арта

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк ҡаҙнаһының килем өлөшө 2,5 миллиард һумға арта. Сығымдар 2,8 миллиардҡа үҫә. Ошо төҙәтмәләрҙән һуң Башҡортостан бюджетының күләме 128 миллиард һум тәшкил итәсәк. Бөгөн Дәүләт Йыйылышының профилле комитетында республиканың финанс министры Рида Собханҡолова «2016 йылға һәм 2017, 2018 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының бюджеты тураһында»ғы Законға төҙәтмәләр тәҡдим итте. Парламентарийҙар яҡын арала үтәсәк пленар ултырышта төҙәтмәләрҙе ҡабул итергә ниәтләй.

Финанс ведомствоһы башлығы аңлатыуынса, закон бюджеттың айырым күләмдәрен ентекле асыҡлауҙы күҙ уңында тота.

«Төҙәтмәләрҙең беренсе өлөшө «Башнефть» акциялары буйынса дивидендтар керемен үҙгәртеү кәрәклегенә бәйле. Беҙ ҡаҙнаны 2 миллиард һумға тулыландырабыҙ. Планлаштырылған бюджетта дивидендтар 3 миллиард һум күләмендә иҫәпкә алынған. Хәҙер уларҙы биш миллиардҡа тиклем еткерәбеҙ», — тип һөйләне Рида Собханҡолова.

Дивидендтар иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса сараларға (1 миллиард һум) һәм республика адреслы инвестиция программаһына (1 миллиард) йүнәлтелә.

Төҙәтмәләрҙең икенсе төркөмө федераль аҡсаларҙың килеүенә бәйле. Уларҙың күләме 239 миллион һум тәшкил итәсәк һәм нигеҙҙә агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн йүнәлтеләсәк.

«Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды»нан бушлай керемдәрҙең күләме артҡан. Күмертау моноҡалалар исемлегенә ингән һәм быйыл инфраструктураны үҫтереүгә 236 миллион һум, 2017 йылда иһә 76,8 миллион һум ала. Шулай уҡ республика ҡаҙнаһынан 67 миллион һум күләмендә ошо йүнәлеште финанслау күҙ уңында тотола.

Төҙәтмәләрҙең дүртенсе өлөшө перинаталь үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу кәрәклегенә бәйле. Рида Собханҡолова һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы аҡсаһы иҫәбенә республикала 130 койкаға иҫәпләнгән перинаталь үҙәк төҙөлөүен иҫкә төшөрҙө. Ул федераль бюджеттан — 1,5 миллиард һумға, республика ҡаҙнаһынан 500 миллионға финансланған. Уҙған йылдан ҡалған 398 миллион һум аҡсаны быйылға күсерәләр.

Бюджет төҙәтмәләре Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты булдырылыуға һәм республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының аҡса буйынса етәксеһенең вәкәләттәрен тапшырыуға ла бәйле.