7 декабрь, Шаршамбы

10 март 2016 йыл, 12:28

Өфөлә йыл башынан алып етенсе тапҡыр максималь һауа температураһы теркәлгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 мартта Өфөлә максималь һауа температураһы теркәлгән. Был йыл башынан алып етенсе осраҡ, тип билдәләй Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары.

«Өфө-Дим» метеостанцияһында термометр бағанаһы +6,9 градусҡаса күтәрелгән, һуңғы тапҡыр был көндө ошондай йылылыҡ 2006 йылда күҙәтелгән, ул саҡта һауа температураһы +6,2 градус тәшкил иткән.

«Өфө-Аэропорт» метеостанцияһында максималь температура +6,6, гидрометеорология үҙәгендә  (Р. Зорге урамы, 25/2) +8 градусҡа еткән.

9 мартта Архангел метеостанцияһында иң юғары температура теркәлгән һәм +3, +8,6 тәшкил иткән. Республиканың көнсығыш райондарында һалҡыныраҡ булған, температура -2,-7 градустан артмаған.

1973 йылдың 4 мартында һауа температураһы +4,4 градус булһа, быйыл иһә +5,3 тәшкил иткән. 5 мартта ла баш ҡалала 1965 йылғы күрһәткестән (+3,5) юғарыраҡ температура теркәлгән (+5,9).