9 декабрь, Йома

10 март 2016 йыл, 11:29

Баш ҡалала «Һылыуҡай» бәйгеһенең финалын ысын шоуға әйләндерергә вәғәҙәләйҙәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 24-се тапҡыр «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсы ойошторола. Бәйгенең финалы иһә 19 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста сағыу декорациялар, костюмдар буласаҡ һәм яңы музыкаль композициялар яңғыраясаҡ. Ҡыҙҙар йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтәсәк, уй-хыялдары менән бүлешәсәк һәм башҡорт дизайнерҙарының яңы коллекцияһын тәҡдим итәсәк.

Ғәҙәттәгесә, финалға бер аҙна ҡалғас, «Туған тел» каналында «Һылыуҡай» көндәлеге» эфирға сыға. Бәйгесе һәр серияла оратор һәм актриса булараҡ асыла ала. Тапшырыу Өфө урамдарында һәм йәштәр ял итергә яратҡан урындарҙа төшөрөлә.

«Был конкурс — гүзәллек һәм ижад байрамы. Һис шикһеҙ, ул мөһим социаль әһәмиәткә эйә, сәләмәт йәшәү рәүешен, ғаилә ҡиммәттәрен һәм әсәлекте пропагандалай», — тине сараны ойоштороусыларҙың береһе Айгөл Үтәгәнова.

Һайлап алыу туры 2 апрелдә көндөҙгө сәғәт 11-ҙә «Театро» клубында уҙа. Финалға 12-15 сибәркәй сығасаҡ. Ентеклерәк мәғлүмәтте «Бәйләнештә» сайтындағы рәсми төркөмдә табырға була.

«Һылыуҡай» республика конкурсы — Рәсәйҙә иң оҙайлы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеүсе берҙән-бер милли проект. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» телеканалы.

Күптән түгел Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ла ошондай уҡ бәйге ойошторола башланы. 6 мартта Мәскәүҙә Илнара Ниязғолова башҡорт һылыуҡайы исемен яуланы. Ул ҡиммәтле бүләктәр һәм республика конкурсының финалына юллама алды. Санкт-Петербургта был конкурс 12 мартта үткәрелә.