Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Шаяниум – 2016» ярымфинал уйыны Рәсәй киноһы йылына арнала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн,10 мартта, В.М.Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайында башҡорт телендә «Шаяниум – 2016» ярымфинал уйыны уҙа.

Конкурс 14-се тапҡыр ойошторола һәм Рәсәй киноһы йылына арнала. Быйылғы уйындың темаһы — «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ».

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, район этаптарында 44 команда ҡатнашты. Башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары командалары менән бер рәттән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Һөҙөмтәлә 22 команда ярымфиналға сыҡты.

18 мартта финалсылар шаяндар һәм отҡорҙар исеме өсөн көрәшәсәк.

«Шаяниум» конкурсы уҡыусы йәштәрҙе милли, мәҙәни һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, уҡыусылар араһында башҡорт телен популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. Ойоштороусылар булып Өфөнөң Мәғариф идаралығы һәм Йәштәр эштәре буйынса комитеты сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть