Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Марат Латипов Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Эске хеҙмәт полковнигы Марат Латипов Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. 8 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең интернеттағы рәсми порталында баҫылған.

Белешмә. Марат Рәис улы Латипов 1966 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә тыуған. 1988 йылда Тольяттиҙағы юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһын тамамлаған.

1988 йылдың июленән 1990 йылдың майына тиклем — 25852-се хәрби частың янғынға ҡаршы хеҙмәт начальнигы. 1988 йылдан алып 2008 йылға тиклем Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлектәрендә етәксе вазифаларҙа эшләй.

2008 йылдың 11 апреленән — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы урынбаҫары — Дәүләт янғын күҙәтеүе идаралығы етәксеһе (Башҡортостандың янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы). 2010 йылдың 1 декабренән — Күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы.

2016 йылдың 1 февраленән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть