Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала пассажир автотранспорты газ-мотор яғыулығына күсә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә пассажир автотранспорты газ-мотор яғыулығына күсә. Ҡалала 600 самаһы автобус газ яғыулығы менән эшләй, шуларҙың 74-е — «НефАЗ» маркалы. Уҙған йылда газ яғыулығында эшләгән 30-ға яҡын автотранспорт берәмеге һәм 61 берәмек махсус техника һатып алынған.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был автомобилдәр атмосфераға зарарлы матдәләрҙе аҙыраҡ бүлеп сығара.

Газға күсеү тирә-йүнгә һәм кешеләрҙең сәләмәтлегенә зыянды кәметергә ярҙам итә. Транспорт хужалары газ яғыулығын ҡулланыу һөҙөмтәһендә сығымдарҙы ла кәметергә мөмкин икәнлеген аңлай.

Республиканың баш ҡалаһында 15 автозаправкалау станцияһы эшләй, шуларҙың икәүһе — метан. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2016 йылдың беренсе кварталында автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Яңы заправка 8 Март урамында барлыҡҡа киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть