Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Республика йәштәрен «iВолга-2016» форумында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Республика йәштәре «iВолга-2016» Волга буйы федераль округы форумында ҡатнаша ала. 1 мартта ғаризалар ҡабул итеү башланды. Йыйын 15-25 июндә Һамар өлкәһендә уҙғарыла.

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, форумда округтың төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Сарала «Инновациялар һәм техник ижад», «Мәҙәни БУМ», «Тыуған төйәк — ҙур мөмкинлектәр», «Медиатулҡын», «Илһөйәр», «Изгелек быуыны», «Сәйәсәт», «Спорт һөйөүсе йәштәр — сәләмәт милләт», «Һин — эшҡыуар» сменалары эшләйәсәк. Форумға Ҡытай Халыҡ Республикаһынан 100 ҡунаҡтың килеүе көтөлә.

Ғәҙәттәгесә, йыйын йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттар уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттар менән билдәләнә. Былтыр приз фонды 11 миллион һумды тәшкил итте. Ул саҡта форумға Волга буйы төбәктәренән 2000-дән ашыу, шулай уҡ башҡа округтарҙан һәм сит илдәрҙән ҡатнашыусы килде.

Ҡатнашыусылар 15 майға тиклем проекттың сайтында теркәү үтә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть