Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы еңеүселәренең исеме билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Йыл һайын Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, медицина фәндәре академияһы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм «Медицинская газета» ойошторған һөнәри оҫталыҡ конкурсы бөтә Рәсәй медиктар ярышының төбәк этабы булып тора.

Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала конкурс өс этапта уҙғарылды. Тәүҙә дауалау учреждениеларының иң яҡшы табиптары билдәләнде, һуңынан улар район һәм ҡала кимәлендә үҙҙәренең дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының абруйын яҡланы. Республика күләмендәге лидерҙарҙы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының конкурс комиссияһы билдәләне. Бәйгелә 33 номинация буйынса 120 кеше ҡатнашты. Медицина темаһына яҙған журналистар айырым билдәләнде.

Лауреаттарҙың исемдәре Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында баҫылған. Еңеүселәр республика абруйын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ. Башҡортостан табиптары күп тапҡыр ил күләмендә еңеүсе булды һәм призлы урындар яуланы.

Былтыр республиканың һигеҙ табибы еңеүселәр иҫәбенә инде. Өфөләге 4-се бала табыу йортоноң бүлек мөдире Арсентий Грешилов  «Иң яҡшы неонатолог» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урында — Өфөләге 2-се балалар поликлиникаһы табибы Гүзәл Ишморатова, Стәрлетамаҡтағы 1-се поликлиника эндокринологы Людмила Михайлова, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры фтизиатры Гүзәл Янбарисова. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-онкологы Рим Каланов, Республика балалар клиник дауаханаһының табип-патологоанатомы Ирина Огородникова, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры табибы Элеонора Ҡәйүмова һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БДМУ клиникаһының табип-неврологы Фәниә Шәймөхәмәтова Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть