8 декабрь, Кесе йома

09 март 2016 йыл, 13:01

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре йондоҙҙары ҡатнашлығындағы симфоник оpen air федераль грант аҡсаһына ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә open air форматындағы «Симфоник феерия» фестивале Рәсәй Хөкүмәте гранты аҡсаһына уҙғарыла. Фестивалдең ойоштороусыһы — Башҡорт дәүләт филармонияһы. Асыҡ һауалағы концертта БРИКС һәм ШОС илдәренең сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша.

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл эксперт советына 64 ғариза килгән. Һигеҙ дәүләт ойошмаһы һәм ике дәүләткә ҡарамаған коллектив грантҡа эйә булған.

Исемлектә «500 лет на службе России. История донских казаков в песнях и танцах» программаһы менән Анатолий Квасов исемендәге дәүләт академия Дон казактарының йыр һәм бейеү ансамбле, «Музыкальными маршрутами Транссиба (Транссибирской магистрали) к 125-летию начала строительства (1891-2016)» проекты менән Ҡазандың «La Primavera» камерный оркестры, «С Россией на века» гастролдәр туры менән «Нохчо» дәүләт йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Урал халыҡ сәнғәте үҙәге, «Звуки Пармы» проекты менән Пермь ҡалаһының концерт берләшмәһе һәм башҡа проекттар бар.

Төбәк һәм муниципаль музыка берекмәләренең, шулай уҡ бойондороҡһоҙ музыкаль коллективтарҙың ижади проекттарына булышлыҡ итеү өсөн гранттар 2014 йылда Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған.