6 декабрь, Шишәмбе

09 март 2016 йыл, 11:07

Гагарин кубогы-2016: «Салауат Юлаев» Омскиҙа көнсығыш ярымфиналының беренсе уйынында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Омскиҙа Гагарин кубогы-2016 Көнсығыш конференцияһының тәүге ярымфинал уйыны тамамланды. Овертаймда юлаевсылар урындағы «Авангард» клубын 3:2 иҫәбе менән еңде.

Сериялағы иҫәп «Салауат Юлаев» файҙаһына — 1:0. Икенсе уйын 10 мартта шулай уҡ Омск командаһының майҙанында үтә.