6 декабрь, Шишәмбе

09 март 2016 йыл, 10:26

Өфө бейеүселәре заманса бейеү йүнәлештәре буйынса VII чемпионатта Гран-приға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Райт Денс мәктәп-студияһы Өфөнөң иң яҡшы бейеү коллективы исемен яуланы. Уның тәрбиәләнеүселәре төп номинацияларҙа тәүге ун урынға, шулай уҡ заманса бейеү йүнәлештәре буйынса VII чемпионатта Гран-приға лайыҡ булды.

Турнир Башҡортостандың баш ҡалаһында Дөйөм Рәсәй бейеү ойошмаһы, заманса һәм эстрада бейеүҙәре федерацияһы, спорт хореографияһы федерацияһы, Рәсәйҙең чир спорты һәм черлидинг союзы ярҙамында уҙғарылды.

Чемпионатҡа Волга буйының төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы килде. Бейеүселәр сәхнә бейеүҙәре, оriental (фолк, шоу, классик); streetdance (хип-хоп, брейк данс, электрик буги/паппинг, диско, хаус); бал һәм спорт хореографияһы; чир спорты һәм черлидинг (чир пом фристайл, чир хип-хоп, чир джаз, черлидинг) кеүек төрлө дисциплиналарҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте.

«Rайт Dance» («дөрөҫ бейеү») студияһы 2008 йылда асылған. Был —Өфөләге иң тәүге заманса бейеүҙәр мәктәбе. Проект Башҡортостандың Демократик йәштәр союзы — Рәсәй Йәштәр союзының республика ойошмаһы ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған. Һигеҙ йыл эсендә мәктәптә өс меңдән ашыу уҡыусы белем алған. Әлеге ваҡытта студияла 160 бала һәм 77 өлкән кеше заманса бейеү серҙәренә төшөнә. Бейеүселәрҙең иң кесеһенә — ике йәш ярым, иң олоһона 58 йәш.

«Бында иҫ китерлек бер ни ҙә юҡ, сөнки һәр береһенең үҙ холҡо, — тип иҫәпләй мәктәпкә нигеҙ һалыусы Александр Клявлин. — Бейеү булған, бар һәм буласаҡ», — тип ышана студия етәксеһе.