3 декабрь, Шәмбе

04 март 2016 йыл, 17:42

Республикала 1000 ир-атҡа 1133 ҡатын-ҡыҙ тура килә — Башстат

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостанстат статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе. Республикала 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй, был халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. 1000 ир-атҡа уртаса 1133 ҡатын-ҡыҙ тура килә, әүәлгесә 1000 малайға 950 ҡыҙ тыуа. 34 йәштән һуң гүзәл зат күпселекте тәшкил итә башлай, 70 йәшкә уларҙың һаны йәштәш ир-егеттәргә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер оҙонлоғо — 76, ир-егеттәрҙеке 64 йәш.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 47 проценты иҡтисад өлкәһендә эшләй һәм республика хеҙмәт ресурстарының яртыһын тиерлек тәшкил итә. Эшләүсе гүзәл заттың уртаса йәше — 40 йәш.

Һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад һәм идара итеү, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт белгеслектәре буйынса белем алыусы студенттар араһында ла ҡыҙҙар күп.

темалар: статистика