3 декабрь, Шәмбе

04 март 2016 йыл, 15:58

Башҡорт рәссамының картинаһы Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсында Гран-приға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тарих образдары» II Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсына йомғаҡ яһалды. Сараны «Рәсәй рәссамдарының ижади союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ярҙамында Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы ойошторған.

«Онотолған ҡорам» эше өсөн Бәләбәйҙән Альберт Хәбибуллин Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Ул — Рәсәй рәссамдарының ижади союзы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы, Бәләбәй районындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының художество галереяһы мөдире, «Шишмә» үҙешмәкәр рәссамдар клубының халыҡ коллективы етәксеһе.